пятница, 30 октября 2015 г.

Ҡайғылы шаршамбы: Эгей диңгеҙендә мигранттар ултырған бер нисә кәмә батҡан.


Эгей диңгеҙендә Грецияның яр буйы һағы Лесбос утрауына барып етергә маташҡан 240 мигрантты ҡотҡарған. Ҡасаҡтар ултырған кәмә көслө ел һәм тулҡындар арҡаһында түңкәрелгән. Унда 300 самаһы кеше булғандыр, моғайын.

Кесе йоманың төш ваҡытында 4 бала һәм 4 өлкән кешенең кәүҙәһен тапҡандар. Эҙләү эше дауам итә. Октябрҙәге Эгей диңгеҙендә табылған ҡорбандар һаны- 40-тан ашыу.

Ҡайҙа кешелеклелек? Был донъяла ҡарарҙар ҡабул иткән сәйәсмәндәр ҡайҙа ҡарай? Нимә менән мәшғүл улар? Әллә уларҙың ғаиләләре, балалары юҡмы, әллә улар бер кем хаҡында ла хәстәрлек күрһәтергә күнекмәгәнме?-ти Лесбос утрауы балыҡсыһы әсенеп.

Бер шаршамбы көндө генә шторм Лесбос, Самос һәм Агатонисион утрауҙары районында мигранттар ултырған 5 кәмәне түңкәргән.

Миграция буйынса хәлыҡ-ара ойошма мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып Урта диңгеҙ аша Европаға барып етергә маташҡан Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африканың 3200 ҡасағы һәләк булған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий