пятница, 30 октября 2015 г.

Ираҡта ҡасаҡтар лагерын һыу баҫты.


Ираҡта, ҡойма ямғырҙар арҡаһында, күп ерҙәрҙе һыу баҫты, баш ҡала янындағы ҡасаҡтар лагерында йәшәүселәр айырыуса ҡыйын хәлдә ҡалды. Байтаҡ торлаҡтар, таҙартыу, канализация ҡоролмалары емерелгән. Ҡасаҡтар йәшәгән палаткаларҙың иҙәне батҡаҡҡа әйләнгән.

Әхмәт Ғүмәр, ҡасаҡ:
Ғәҙел түгел был. Депутаттар, сәйәмәндәр, хөкүмәт, беҙ бит һеҙҙең халыҡ, ә һеҙ беҙҙе бер динарға һаттығыҙ.”

Шул уҡ ваҡытта лагерҙа йәшәүселәр шуны ла таный: тирә-яҡ кварталдарҙа йәшәүселәр ҡасаҡтарға мәрхәмәтле булған, ә ҡайһы берҙәре уларҙы үҙ йорттарына индергән.

Ом Ғүмәр, ҡасаҡ ҡатын:
Беҙ бомбалар аҫтында булдыҡ. Беҙ бында именлек эҙләп килдек, ә хөкүмәт беҙгә бер ярҙам да күрһәтмәне. Беҙҙең баш төртөр мөйөшөбөҙ ҙә юҡ. Аллаһ менән ант итәм, бында булғансы, ҡәберҙә булыуың артыҡ.”

Багдадтың байтаҡ кварталдары ла канализацияһыҙ һәм таҙа һыуһыҙ тороп ҡалған. Ҡайһы бер урамдарҙа- метрға еткән батҡаҡ. Оҙайлы ҡойма ямғырҙар арҡаһында, баш ҡалала ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий