суббота, 31 октября 2015 г.

Ципрас: миңә ЕС ағзаһы булыуы оят.


Эгей диңгеҙендә, Төркиәнән Грецияға юл тотҡан ике кәмә һәләкәткә осрап, 21 мигрант үлгән. Тәүге кәмә Калимнос утрауы янында йомаға ҡаршы төндә батҡан, ә икенсеһе- Родос утрауы янында йома көн иртән.

Диңгеҙ даими рәүештә мәйеттәрҙе ярға сығарып ташлай. Был хәл көн һайын, минут һайын булып тора,”-ти Лесбос утрауында йәшәүсе.

Греция премьер-министры Алексис Ципрас миграция көрсөгө менән эффектив көрәшә алмаған Европа илдәрен ҡаты тәнҡитләне. Йома көн ил парламентында сығыш яһағанда, ул Европа илдәре властарының килеп тыуған хәлдән сығыу юлын таба алмауҙары өсөн оялыуын белдерҙе.

Хәрби юл менән Яҡын Көнсығыш илдәре тормошона ҡыҫылыу демократия алып килмәне. Үҙҙәренең геосәйәси мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртҡан ул илдәр хәрби ҡыҫылыштың фажиғәгә алып килерен самалай алманы. Улар демократияны түгел, үҙҙәренең мәнфәғәтен ҡайғырта.”

Испания иһә Марокконың 35 ҡасағын эҙләүҙе туҡтатты, улар ултырған кәмә Малага ярҙары буйында һәләкәткә осрағайны. Уның бортында, балаларҙы ла индереп, йәмғеһе 54 кеше булған. Бары тик 15 кешене генә ҡотҡара алғандар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий