воскресенье, 1 ноября 2015 г.

Синай өҫтөндәге авиаһәләкәт: барыһы ла һәләк булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.


Санкт-Петербургта Пулково аэропортында һәм уның янындағы ҡунаҡханала ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы психологтары Синай өҫтөндәге авиаһәләкәт ҡорбандары туғандарына рухи ярҙам күрһәтергә тырыша. Һәләк булғандарҙың кәүҙәләрен тәүлек эсендә алып ҡайтырға ниәтләйҙәр.

Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев махсус комиссия төҙөү хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы, был комиссия һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнәсәк.

Мин ҡатынымды юғалттым,-ти бер ир йәшкә төйөлөп.-Уны ҡаршы алырға аэропортҡа китеп бара инем. Миңә шылтыратып, самолеттың һәләкәткә осрауы хаҡында хәбәр иттеләр.”

Һәләк булғандарҙың кәүҙәләрен таныу, асыҡлау Санкт-Петербург базаһы кремоторияһы базаһында үткәрелә. Самолетта Рәсәйҙең 13 регионының кешеләре булған, шуларҙың 147-һе Петербургтан. 1ноябрь Рәсәйҙә матәм көнө итеп иғлан ителде.

Күҙ асып йомғансы яҡындарын: балаларын, улдарын..., әсәйҙәрен, ҡатындарын юғалтыусыларҙың ҡайғыһын уртаҡлашам. Был ҡот осҡос хәл,-ти Санкт-Петербургта йәшәүсе ҡатын.

Украинаның 4 гражданы һәм бер белорус та Мысырҙан Санкт-Петербургҡа осҡан. 

Киев халҡы Рәсәй илселегенә, һәләк булғандар рухына бағышлап, сәскәләр, шәмдәр алып килә.

Һәләк булғандарҙың яҡындарына Аллаһ Тәғәлә түҙемлек бирһен инде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий