пятница, 13 ноября 2015 г.

Шарм-әл-Шәйех өҫтөнә ҡояш ҡалҡырмы?


Шаршамбы көн Мысыр президенты генерал Ас-Сиси иҡтисады Британия һәм Рәсәй туристары китеүҙән зыян күреүсе Ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы курорт-ҡалала булды. Ас-Сиси Синай өҫтөндә “Колгалымавиа”аэробусы бортында теракт версияһы элеккесә версия ғына булып ҡалыуы тураһында белдерҙе:

Шуны әйткем килә: тикшереү һөҙөмтәләре асыҡланмай тороп, ниндәйҙер һығымталар яһарға ашығырға кәрәкмәй. Уның һөҙөмтәләрен асыҡтан-асыҡ иғлан итәсәкбеҙ. Беҙ бер нәмәне лә йәшерергә йыйынмайбыҙ.”

Мәскәү авиабәйләнештең төп шарты итеп гарантияланған халыҡ-ара кимәлдәге именлек саралары булдырыуҙы атай. Рәсми Ҡаһирә раҫлауынса, лайнер һәләкәтенән һуң, аэропорттарҙа һәм шифахана ҡалаларында тағы ла нығыраҡ тәртип булдырылған да инде.

Донъяның киң мәғлүмәт саралары, властарҙың ул тәрибен декоратив, тип атай һәм Мысырҙа багаждарҙы заманса һаҡ, контроль системалары аҫтында тотоу өсөн белгестәр булмауын хәбәр итә, теләһә ниндәй именлек системаларын иһә ҙур булмаған ришүәт ярҙамында урап үтергә мөмкин тип бара.


Комментариев нет:

Отправить комментарий