Монреаль
һәм ҡала тирәһендә йәшәүсе халыҡ урындағы
таҙартыу ҡоролмаһынан бысраҡ һыуҙы
түгеүгә ҡаршы сыҡты. Изге Лаврентий
йылғаһына 8 миллиард литр канализация
ҡалдыҡтары түгеләсәк. Активистар,
Канаданың иң мөһим йылға буйҙары сүп-сар
менән ҡапланыр, тип хәүефләнә.
-Был
беҙҙең ҡала, беҙҙең Ер- унһыҙ беҙ ни
эшләрбеҙ?-ти был сараға ҡаршы сығыусылар.
Властар
иһә башҡа сара булмауы хаҡында белдерә:
кисекмәҫтән иҫке таҙартыу ҡоролмаларын,
шул иҫәптән ҡаланың канализация торбалары
селтәрен йүнәтергә кәрәк икән, юғиһә
был ҙур һәләкәткә алып килеүе ихтимал
имеш:
-Популяр
булмаған был ҡарар ҙур яуаплылыҡ менән
ҡабул ителде. Башҡа юл булһа, беҙ уны
һайламаған булыр инек,-тип белдерҙе
Монреаль мэры Дени Кодер.
Белгестәр
раҫлауынса, был бысраҡ һыуҙа ағыулы,
заралы матдәләр юҡ, шуға күрә Изге
Лаврентийҙың һәм Төньяҡ Атлантиканың
флора һәм фаунаһына ҡурҡыныс янамай.
Яңы
һайланған ил хөкүмәте был операцияға
ризалыҡ бирҙе. Элекке кабинет, һайлауҙарға
бер нисә көн ҡалғас, ул һыуҙы түгеүҙе
тыйғайны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий