четверг, 12 ноября 2015 г.

Ҡасаҡтар көрсөгө: ЕС-Африка саммиты.


Мальтала Европа һәм Африканың 60 иленең башлығы йыйылды. Улар ҡасаҡтарҙың ЕС-ҡа ағылыуы менән бәйле проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй. Көн элгәре Евроньюстың Брюссель студияһында миграция буйынса Еврокомиссар Димитрис Аврамопулос булды. Валлетталағы саммитҡа ҡағылышлы һорауҙарҙы уға Евроньюс хәбәрсеһе Эфи Кутсокоста бирҙе.

Аврамопулос: Африка илдәре шуны аңларға тейеш: беҙ уларға үҫеш мәсьәләһендә ярҙам итәбеҙ, ә уларҙан миграция проблемаһында ярҙам көтәбеҙ. Беҙ кире ҡайтарған кешеләрҙе улар ҡабул итергә тейеш. Әлбиттә, Европаға килергә теләүселәр өсөн хоҡуҡи мөмкинлектәр булдырыу өҫтөндә лә эшләргә тейешбеҙ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: Европаға мигранттар киләсәктә кәрәк буласаҡ.

Евроньюс: Күсеш программаһы сиктәрендә ике ай эсендә Греция һәм Италиянан 147 кеше оҙатылған. Был һан үтә лә бәләкәй түгелме?

Аврамопулос: Бының әҙ булыуы менән бәхәсләшеп булмай. Тик был башы ғына. Белеүегеҙсә, бер ай элек беҙ Италиянан күсереү операцияһын башланыҡ, ике аҙна элек- Афинанан. Оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән процесс башланды. Беҙ ҡәнәғәтбеҙ тип әйтер өсөн күп ваҡыт кәрәк буласаҡ. Минең уйымса, алға китеш бар, бөтә ил-ағзалар ҙа был программала ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итә.

Евроньюс: Ләкин күп илдәр әүҙемлек күрһәтмәй.

Аврамопулос: Эйе, әлегә 12 ил генә унда ҡатнашырға теләк белдерҙе. Тик ҡайһы бер нәмәләр үҙгәрә башланы. Атмосфера ла ыңғай яҡҡа үҙгәрә, ахыр ҙа бар илдәр ҙә ҡасаҡтарҙы ҡабул итергә ризалашыр, тип уйлайым.

Евроньюс: Валлета саммитын оптимизм менән ҡабул итәһегеҙме?

Аврамопулос: Бындай мәсьәләләрҙә оптимист булырға тура килә. Лидерҙар ҡоро әңгәмә ҡороп ҡына таралмаҫ, йәнә бер саммит кәрәк булмаҫ тип уйлайым.


Комментариев нет:

Отправить комментарий