среда, 11 ноября 2015 г.

Иордания короле Абдалла II: Рәсәй- Сүриә көрсөгөн төп хәл итеүсе.


Йөҙҙәрсә мең сүрәиәлеләр өсөн Иордания үҙ йортона әйләнде. Халыҡ-ара ярҙам етерлек түгел. Короллек үҙе лә террорҙан ыҙа сигә. Ошо мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү өсөн, “Евроньюс” хәбәрсеһе Амманға юл тотто һәм унда Иордания короле Абдалла II менән осрашты. Һеҙҙең иғтибарға интервью тәҡдим итәбеҙ.

Евроньюс:

-Үҙ илендәге хәлдәр хөртәйеү сәбәпле, сүриәлеләр Европаға ҡаса, тиһегеҙ. Әммә уларҙың ҡайһы береһе, өмөттәре аҡланмайынса, кире ҡайта. Көрсөк тарихын күҙ уңында тотоп, эшләгән эштәрегеҙ һуңғы нәүбәттә кәрәкһеҙ булды тигән уй Һеҙҙе борсомаймы?

Король Абдалла II:

-Мин шундай кеше: һәр саҡ ярым буш стаканды түгел, ә яртылаш тулы стаканды күрәм. Беҙ осрашҡан проблемалар, Европаға ағылған ҡасаҡтар барыбыҙ өсөн дә хәүефле хәл, яҡшыраҡ координация кәрәклеге хаҡында һөйләй ул. Бер аҙым артҡа күсһәк, шуны күрәбеҙ: беҙҙең ошоғаса террорға ҡаршы глобаль һуғыш тураһында әңгәмәләштек. Европа сит ил боевиктарынан яфа сигә. Һуңғы 2 йыл эсендә беҙ ошо проблема хаҡында һөйләйбеҙ. Минеңсә, был- глобаль һуғыш, икенсе төрлө әйткәндә, өсөнсө донъя һуғышы. Сүриәләге көстәрҙе берләштереү берҙәм көрәш блогы тыуҙырырға ярҙам итә. Шуға күрә беҙ берләшергә һәм был мәсьәләлә бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейеш. Рәсәйҙең унда ҡатнашыуы- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеүҙең йәнә бер мөмкинлеге.

Евроньюс:

-Элек был регионда төп ролдә АҠШ ине. Һеҙ әле генә Рәсәйҙе хәтергә төшөрҙөгөҙ. Әлеге мәлдә төп ролдә ул тип әйтмәксеһегеҙме?

Король Абдалла II:

-Һуңғы 5-6 йыл эсендә Сүриәләге сәйәси хәлдәрҙе хәл итеүҙә Мәскәүҙең төп көс булыуын әйтә килдем. Ул режимға гарантия бирерлек ил, киләсәктә ул уның файҙаһын да күрәсәк. Әле лә минең фекерем шундай: бөгөн Сүриәләге Рәсәй операциялары- һәммәбеҙ иҫәпләшергә тейешле ысынбарлыҡ.
Әйткәнемсә, европалылар ҙур проблема- Сүриәгә ағылған сит ил боевиктары мәсьәләһен хәл итергә тырыша. Рәсәй өсөн дә проблема ул, хатта икеләтә проблема. Уның үҙенә лә “исламистар”ға һәм “Ислам дәүләте”нә ҡаршы көрәшергә кәрәк.






Комментариев нет:

Отправить комментарий