Еврокомиссия
Төркиәнең ЕС-ҡа инеү юлындағы алға
китеше хаҡындағы йыл һайын яһалып торған
докладында Анкараны кеше хоҡуҡтарын
боҙоуҙа һәм азатлығын сикләүҙә ғәйепләне.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: доклад республикаға
нигеҙ һалған Мостафа Кемаль Ататөрктөң
вафат булыуының 77 йыллығында донъя
күрҙе.
Төркиә
ЕС-ҡа инеүгә өмөтөн өҙҙө булһа кәрәк.
Ғинуарҙа уҡ Төркиә президенты Иртуған
киҫкен сығыш яһағайны:
“Әлеге
мәлдә Төркиә- ҡеүәтле ил. Беҙҙең республика
Евроберләшмә ишеге төбөндә ишек асыҙарын
һорап көтөп тормаясаҡ. Төркиә бер кемгә
лә ялынмаясаҡ. Ул үҙ аллы йәшәй ала
торған ил. Әгәр яҡын арала беҙҙе ЕС-ҡа
алмаһалар, беҙ үҙ юлыбыҙҙы һайлаясаҡбыҙ.”
Асылда
Төркиә ультиматум ҡуйҙы: йәки Төркиә,
ЕС-тың оҙайлы вәғәҙәләренән һуң берләшмә
ағзаһы була, йәки яҡын арала уҡ
евроинтеграция уйынан баш тарта.
Еврокомиссияның
яңы доклады Төркиә президентының асыуын
нығыраҡ ҡабартты. Иртуған шуны аңғартты:
Брюссель фекерен ситкә ҡуйып, Анкара
үҙ юлын һайланы.
Төркиәнең
ЕС-ҡа оҙайлы юлы ошонда тамамланыр,
моғайын. Төркиәнең Европа илдәре менән
яҡынайыуына нигеҙ һалыныуына ярты
быуаттан ашыу ваҡыт уҙҙы- 1963 йылда
Ассоциация хаҡындағы килешеүгә ҡул
ҡуйылды, әммә әле булһа Төркиә һәм
Евроберләшмә бер-береһенә хроник һәм
тәрән шикләнеүҙән ыҙа сигә.
Ике
сәйәсмән- Николя Саркози һәм Ангела
Меркель- Төркиәнең Европа берләшмәһенә
инеү юлына кәртә ҡуя килде.
Быйыл
миграция көрсөгө шуға алып килде: төрөк
досьеһын, алыҫтағы йәшниктән алып, йәнә
өҫтәлгә һалдылар. Ҡасаҡтар ағымын
туҡтатыу өсөн, Европаға Төркиә кәрәк
булды. Меркель ханымдың октябрҙәге
Төркиәгә визиты ваҡытында ЕС-ҡа инеү
буйынса Анкара менән һөйләшеүҙәрҙе
ҡайтанан башларға вәғәҙә биреүе шунан
ғибәрәт. Брюссель Анкараны, Төркиә
территорияһы аша Европаға ынтылыусы
мигранттар ағымын кәметеү өсөн, уларҙы
ташыусыларға ҡаршы саралар күрергә
саҡыра. Ә ЕС ағзалығына килгәндә, бер
ниндәй ҙә, хатта яҡынса сроктар хаҡында
ла һүҙ юҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий