вторник, 10 ноября 2015 г.

Австралия полицияһы Раштыуа утрауындағы боланы баҫтырған.


Австралия полицияһы Раштыуа утрауындағы легаль булмаған мигранттар үҙәген үҙ контроле аҫтында алған. Полицейскийҙар мигранттарға ҡаршы йәш ағыҙыусы газ ҡулланған. Австралия властары раҫлауынса, мигранттар полициның күрһәтмәләрен үтәүҙән баш тартҡан һәм, ҡорал менән янап, бина эсендә баррикада ҡорған.

Раштыуа утрауындағы легаль булмаған мигранттар үҙәгендә етди енәйәтселәр бар. Закондарҙы боҙорға хоҡуҡтары бар тип уйлаусыларға ҡарата ҡаты саралар күреләсәк. Был ваҡиға буйынса тикшереү үткәреләсәк, артабан нимә эшләргә кәрәклеген уның һөҙөмтәләре күрһәтер,”-тип белдерҙе миграция сәйәсәте министры Питер Даттон.

Бола ҡубыуға бер мигранттың ҡапыл үлеүе сәбәпсе булған. Уның кәүҙәһен яр буйындағы ҡаяла тапҡандар.

Раштыуа утрауы Индонезиянан алыҫ түгел Һинд океанында урынлашҡан. Көньяҡ-Көнсығыш Азия мигранттары бында кәмәләрҙә йөҙөп килә. Әммә Австралияла ҡаты миграция сәйәсәте- легаль булмағандарҙы илгә индермәйҙәр, махсус үҙәктәрҙә тоталар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий