вторник, 10 ноября 2015 г.

Аун Сан Су Чжи фирҡәһе Мьянмалағы һайлауҙарҙа еңә.


Йәкшәмбелә Мьянмалағы тәүге демократик һаулайҙар Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты Аун Сан Су Чжи етәкселек иткән оппозициялағы “Демократия өсөн милли лига” фирҡәһенә еңеү килтерҙе. Һайлау комитетының тәүге мәғлүмәттәре демократтарҙың еңеүе хаҡында һөйләй: 54 урындың 49-ы улар ҡулында, ә идара итеүсе Берҙәмлек һәм үҫеш берләшмәһендә 3 кенә урын.

Инде хәҙер эҙәрлекләүҙәр булмаҫ, тип өмөтләнәм,-ти бер ир.-Су Чжи фирҡәһе беҙгә азатлыҡ алып килер, тип уйлайым. Бығаса бит хөкүмәт беҙҙе һәр ваҡыт контролдә тотто. Мин быға өмөтләнәм, әммә ҙур ышаныс бағламайым. Барыһы ла улар ҡулында.”

Һайлауҙарға ҡарамаҫтан, хәрбиҙәр үҙ йоғонтоһон һаҡлап ҡаласаҡ- парламенттағы урындарҙың дүрттән бер өлөшө улар ҡулында, Мьянмаға хәүеф янаһа, улар теләһә ниндәй мәлдә президентты ла алып ташлауы мөмкин. Аун Сан Су Чжи был посты биләй алмаясаҡ -ҡануниәт хәләл ефеттәре йәки бала-сағаһы сит ил граждандары булғандарға быны рөхсәт итмәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий