суббота, 14 ноября 2015 г.

Аманатлыҡҡа алынған ҡыҙ Батаклан залындағы хәлдәр хаҡында һөйләй.


Париждың 11 округы тиҙ ярҙам машиналары менән тулған, улар Батаклан концерт залына террористик һөжүм ваҡытында зыян күреүселәрҙе ҡабул итергә әҙер тора. Тап ошо залда 3 сәғәт буйы Калифорнияның Eagles of Death Metal рок-төркөмө сығышын тыңларға килгән тамашасыларҙы аманат итеп тотҡандар. Тамашасыларҙың бер өлөшө ҡасып ҡотолған йәки йәшенеп өлгөргән.

Мин башҡа тамашасылар менән инем. Концерт башланыуға бер сәғәт тирәһе ваҡыт үткәйне, ҡапыл залда ниндәйҙер тауыш ишеттек. Шунан һуң паника башланды, барыһы ла бинанан сығырға уҡталды. Беҙ, ултырғыстар аҫтына боҫорға тырышып, иҫәнгә йығылдыҡ, авария ишегенә табан шыуыша башланыҡ. Мин һәм йәнә бер нисә кеше янғын һүндереү баҫҡысына үтә алдыҡ һәм бәләкәй генә залда йәшендек. Беҙ, полицейскийҙарҙы көтөп, ишек артына баррикада ҡорҙоҡ.”

Әлеге мәлдә был ваҡиға өсөн яуаплылыҡты “ИДИЛ” террористик төркөмө үҙ өҫтөнә алған.

Хәбәрсе Джеймс Фрэней ваҡиға урынан былай тип һөйләй:

Прокуратура антитеррористик тикшереү башланы. Күп нәмәләр әлегә асыҡланмаған. Полиция, ҡайһы бер террористар ҡасып киткән, тип иҫәпләй.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий