понедельник, 16 ноября 2015 г.

Париждағы теракттар: Сүриә паспорты ялған булып сыҡҡан.


Шәмбегә ҡаршы төндә “Стад де Франс” стадионы янында үҙен-үҙе шартлатҡан әҙәмдең паспорты ялған булып сыҡҡан. Был хаҡта юстиция министры Кристиан Тобира белдерҙе һәм шуны ла әйтеп үтте: паспорттағы ирҙең фотоһүрәте менән террорист араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ.

Сүриә гажданины паспорты 25 йәшлек Әхмәт әл-Мөхәммәт исеменә бирелгән. Ул Европала хөкөмгә тарттырылмаған һәм француз махсус хеҙмәттәре уның тураһында бер нәмә лә белмәй. Грецияның миграция сәйәсәте министры Яннис Музалас раҫлауынса, был паспорт буйынса килеүсе Лерос утрауында 3 октябрҙә теркәлгән.

Был боевик арҡаһында, миграция проблемаларын терроризм менән бәйләү хата булыр ине, юғиһә ысын ҡасаҡтар уның эҙемтәләренән зыян күрәсәк.”

Сүриә паспорты Грециянан һуң Сербияла теркәлгән, унда паспорт хужаһы һыйыныу урыны һораған. Аҙаҡ документ Хорватия һәм Венгрияла күренгән, артабан уның эҙе юғала.

Яннис Музалас һүҙҙәре буйынса, ҡасаҡтар һәм мигранттар ағымын Төркиәлә үк контролгә алырға кәрәк:

Кемдер һауа тултырылған кәмәлә беҙгә йөҙөп килеп етә алған икән, беҙ инде нимә эшләй алабыҙ?

Ҡайһы бер эксперттарҙың фекере буйынса, Сүриә паспортын ИДИЛ боевиктары, ҡасаҡтарға ҡарата Европала кире ҡараш тыуҙырыу өсөн, махсус рәүештә ҡалдырыуы ла ихтимал. Боевиктар, Сүриә һәм Ираҡтан ҡасыусыларға янап һәм уларҙы ғәйепләп, әллә нисә тапҡыр сығыш яһаған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий