Француз
мосолмандары ватандаштарына теләктәшлек
белдерә һәм терроризмға ҡаршы сыға, шул
уҡ ваҡытта дини ҡорған аҫтындағы террорға
ла ҡаршы улар. Дини халыҡ эштең асылына
төшөнмәгәндәрҙең йәберенән ҡурҡа.
-Эшләмәгән
эшебеҙ өсөн беҙгә аҡланып торорға, ғәфү
үтенергә, ҡырын ҡарауҙарға түҙергә тура
килә. Шуға күрә беҙгә, диндарҙарға, көслө
булырға һәм артабан да юлыбыҙҙы дауам
итергә тура килә,-ти Лиондың Ҙур мәсетенән
Камил Кабтан хәҙрәт.
Франциялағы
мосолмандарҙың аныҡ ҡына иҫәбе билдәле
түгел: беренсенән, халыҡ иҫәбен алғанда,
ҡануниәт дин мәсьәләһен күтәреүҙе тыя;
икенсенән, мосолмандар араһында тура
юлдан атлаған, мәсеттәргә йөрөгәндәр
менән бергә дингә битараф булғандар ҙа
бар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий