Берләшкән
Милләттәр Ойошмаһы Европа илдәрен Париж
теракттары фонында мигранттарҙы
“демонлаштырмаҫҡа” саҡыра.
Ҡасаҡтар эше буйынса Баш комиссар
идаралығы күп илдәрҙең легаль булмаған
мигранттарҙы ҡабул итеүҙе сикләргә
йәки бөтөнләй туҡтатырға ниәтләүенә
борсолоуын белдерҙе.
Теракттарға
ҡәҙәр үк күп кенә Европа илдәре сик
буйҙарында контролде ҡатыландырҙы һәм
ҡойма ҡоя башланы, ә уҙған йоманан һуң,
мигранттарға ярҙам программаһынан
бөтөнләй баш тартырға саҡырыуҙар
яңғыраны.
Ҡасаҡтар
үҙҙәре иһә тап шундай көс ҡулланыуҙарҙан
Европаға ҡасыуҙары хаҡында һөйләй:
-Был
ҡот осҡос теракттар кешелеккә,
цивилизацияға ҡаршы йүнәлтелгән. Айырым
халыҡҡа, милләткә һәм дингә ҡаршы түгел,
бөтә кешелеккә ҡаршы. Беҙ Афғанстандағы
шундай нәмәләрҙән ҡастыҡ. Хәҙер бында
ла шул уҡ хәл. Был һеҙҙе хәүефкә һалған
кеүек беҙҙе хафаға һала,-тиҙәр Брюсселдәге
ҡасаҡтар лагерында көн күреүселәр.
Шул
уҡ ваҡытта Ҡасаҡтар эше буйынса Баш
комиссар идаралығы Париж террористарының
береһе ҡасаҡтарҙың “яңы тулҡынынан”
булыу мөмкинлеге өсөн борсолоуын
белдерҙе- шартлау урындарының береһендә
Сүриә паспорты табылған. Француз махсус
хеҙмәттәре ул документтың ялған булыу
ихтималлығын да инҡар итмәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий