среда, 18 ноября 2015 г.

Бөйөк Британия киберименлеккә сығымдарҙы икеләтә арттыра.


Париж һәм Вашингтон ИД төркөмөнә ҡаршы хеҙмәттәшлекте киңәйтә. Тәү нәүбәттә разведка мәғлүмәттәре менән әүҙемерәк алмашыу хаҡында һүҙ бара. Был турала АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керри хәбәр итте. Ул Францияға күптән түгел булған фажиғә менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыу һәм терроризмға ҡаршы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшер өсөн килде.

-Ливанда булған теракттарҙан һуң, Мысырҙа, Төркиәлә һәм Париждағы хәлдәрҙән һуң, беҙгә көстө бергә туплап, уларҙың оялаған урындарына һөжүм итергә кәрәк,-тип белдерҙе Керри.

Бөйөк Британия властары ла ИДИЛ менән көрәшкән коалицияға әүҙемерәк ҡушылыуға йөҙ тота. Британия премьеры парламентҡа “дөйөм стратегия” тәҡдим итә:

-Париждағы хәлдәр хаҡында күберәк белгән һайын, беҙ элек һүҙ алып барған “тулы масштаблыалым үҙен бигерәк тә аҡлай кеүек. Эшмәкәрлегебеҙҙең тулы спектрын булдырыу мөһим: хәрби ҡеүәт, терроризм хәүефен баһалау, яуызлыҡ сығанағы булған ағыу таратыусы пропагандаға ҡаршы көрәш,- тип әйтеп үтте Дэвид Кэмерон.

Шул уҡ ваҡытта Лондон киләһе биш йылға селтәр именлегенә сығымдарҙы икеләтә арттырасағы тураһында ла хәбәр итте. Был сараларҙың төп маҡсаты- төрлө инфраструктура идаралыҡтары селтәренә террористарҙың үтеп инеүенә кәртә ҡуйыу, юғиһә битарафлыҡ реаль ҡорбандарға алып килеүе ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий