среда, 18 ноября 2015 г.

Румыния: технократтарҙың коррупцияға ҡаршы кабинеты раҫланды.


Румыния парламенты ил хөкүмәтенең яңы составын раҫланы. Технократтар кабинетына ауыл хужалығы буйынса элекке еврокомиссар Дачиан Чолош етәкселек итәсәк, уның ҡулы аҫтында 21 министр эшләйәсәк. Ҡайһы бер чиновниктар элекке хөкүмәттәр составына ла ингән булған, әммә улар араһында премьер Виктор Понта менән эшләгәндәрҙән берәү ҙә юҡ.

Премьер һүҙҙәре буйынса, хөкүмәт алдындағы төр бурыс- коррупция менән көрәш һәм юстицияның бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү.

Виктор Понта һәм уның министрҙары 4 октябрҙә отставкаға китте: Бухарестың төнгө клубындағы фажиғәле янғынынан һуң, ил етәкселеген коррупцияла ғәйепләп, Румыния баш ҡалаһы урамдарына меңдәрсә кеше сыҡҡайны. Манифестанттар сәйәси элитаны тулыһынса яңыртыуҙы талап итте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий