четверг, 19 ноября 2015 г.

Мосолмандар көс ҡулланыуҙарҙы ғәйепләй:#notinmyname.


Мосолмандар Париж теракттарын ғәйепләп сыҡты. Бер нисә көн инде социаль селтәрҙә #notinmyname (“минең исемдән түгел”) хэштегы менән флэшмоб үтә. Ә Париждағы республика майҙанында ғәрәп яулығы ябынған билдәһеҙ ир бер үҙе акция үткәрҙе. Ул үҙе менән ике плакат алып килгән, ундай шундай һүҙҙәр бар:

Мин мосолман. “Һин террорист”,- тиҙәр миңә” һәм “Мин һиңә ышанам, ә һин миңә ышанаһыңмы? Улайһа, ҡосаҡла мине”.

Пакистанда LolzStudios Team популяр комедия актерҙары баҫтырып сығарған видеороликты 3 миллион кеше ҡарап өлгөрҙө. Биш йәш мосолман ислам динен тотҡандарҙы террористар менән сағыштырмаҫҡа саҡыра, улар шуны иҫкә төшөрә: былтыр талиптар Пакистан мәктәбендә 130-ҙан ашыу баланы һәләк итте:

Беҙ һеҙҙең кеүек үк кешеләр. Беҙҙең дә шундай уҡ хыялдарыбыҙ, өмөттәребеҙ бар.


Авторы: Irina Sheludkova

Комментариев нет:

Отправить комментарий