Брюсселдең
Моленбек районы халҡы үҙ кварталының
имиджын үҙгәртергә теләй- Париж
теракттарынан һуң, коммуна исеме сығышы
менән шунан булған Әбделхәмит Абаауд
менән ассоциациялана башлаған.
Урындағы
властар әйтеүенсә, күп кенә йәштәр-
иммигрант балалары- атып үлтерелгән
террорист юлына баҫыуы бик ихтимал:
-Абаауд
социаль тәртиптәргә ҡаршы сығыусы
нонконформист. Үҙ юлын таба алмаған,
йәмғиәт менән конфликтта булған,
ғәҙелһеҙлек тойған йәштәр өсөн дә был
ят түгел,-ти социаль хеҙмәт хеҙмәткәре
Оливье Вандерхаген.
Йәштәр
араһында эшһеҙлек 37 процентҡа барып
етә. “Моленбек әсәләре” ассоциацияһы
күп һанлы ҡулға алыуҙар һәм киң мәғлүмәт
сараларындағы шау-шыу арҡаһында
коммунаны экстремизм символына әйләндерә
барыуҙарын туҡтатырға ниәтләй.
-Беҙ
ул картинаны үҙгәртергә теләр инек. Беҙ
шуны күрһәтергә теләйбеҙ: Моленбекта
күп төрлөлөк, демократик ҡиммәттәр һәм
нормалар һаҡлана. Ҡатын-ҡыҙҙар балаларына
һәйбәт белем бирергә, яҡшыраҡ киләсәккә
юл асырға тырыша.
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Моленбек коммунаһының яҡшы исемен
тергеҙеүҙә ярҙам һорап, Бельгияның эске
эштәр министрына хат та яҙған.
/Нонконформизм
– йәмғиәттә, ниндәйҙер төркөмдә быуаттар
буйы йәшәп килгән ҡанун, ҡағиҙәләргә
ҡаршы сығыу һәм үҙ ҡарашыңды тәҡдим
итеү./
Комментариев нет:
Отправить комментарий