пятница, 20 ноября 2015 г.

АҠШ консерваторҙары Сүриә ҡасаҡтарынан шөрләй.


Араларында террористар булыуҙан шикләнеп, АҠШ Сүриә ҡасаҡтарын ҡабул итеүҙе туҡтатасаҡ- тауышҡа ҡуйғанда, АҠШ Конгресы вәкилдәр палатаһы республиканлылары Обаманың киләһе йыл 10 мең ҡасаҡты ҡабул итергә тигән планын кире ҡаҡты. Түбәнге палата спикеры Пол Райян был турала шундай фекер әйтте:

ИДИЛ, Көнбайыш илдәрендәге һымаҡ, беҙҙә лә террор ойошторорға йыйынғанын беләбеҙ. Ашыҡмай эш итеү, хәүефһеҙлекте тикшереү һәм, Париждағы хәл ҡабатланмаһын өсөн, тейешле саралар күреү- аҡыллы идея, тип уйлайым.”

Республика фирҡәһенән президентлыҡҡа кандидат Бен Карсон да быға үҙ өлөшөн индерҙе:

Гуманлылыҡ һәм именлекте бизмәнгә һалып ҡарарға кәрәк. Әйтәйек, урамығыҙҙа ҡоторған эт сабып йөрөй- был осраҡта, барыһы ла һәйбәт тип, үҙегеҙҙе йыуата алыуығыҙ икеле.”

Боевиктарҙың Мысырҙағы һәм Париждағы теракттары арҡаһында, консерватив позицияла торған республиканлылар ситтән килгән хәүефкә етди ҡарарға һәм Сүриә ҡасаҡтарын ҡолас йәйеп ҡаршы алған Европа, быға һаҡ ҡына өндәгән Обамаға эйәрмәҫкә саҡыра.



Комментариев нет:

Отправить комментарий