суббота, 21 ноября 2015 г.

Париж: именлек саралары көсәйтелгән мәлдәге мосолмандарҙың йома намаҙы.


Францияла Парижда бер аҙна элек булған теракттар менән бәйле иғлан ителгән ғәҙәттән тыш хәл режимы фонында мәсеттәр районында полицияның көсәйтелгән наряды дежур алып барҙы. Улар мәсеткә яҡын килеүселәрҙең барыһын да тентеп сыҡты. Хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүҙе кемдер тыныс ҡабул итте, кемдер үпкә белдерҙе. Француз мосолмандары һөйләй:

Минеңсә, бындай саралар үткәреү кәрәк. Тик кешеләр заралы һығымта яһай. Улар ислам менән бер уртаҡлығы ла булмаған кешеләрҙең һөжүменә ҡарап йомғаҡ яһай,”-ти бер ир.

Булып үткән ваҡиғаларға беҙҙең бер ҡыҫылышыбыҙ булмаһа ла, ҡайһы бер француз лидерҙары, улар барыһы ла бер сыбыҡтан һөрөлгән тигән һымаҡ, бөтә мосолман общинаһына бер үк келәймә баҫа. Беҙ ғәфү үтенергә тейеш түгел. Ҡайғы уртаҡлашыу кәрәк, тик ғәфү үтенергә түгел, сөнки ул теракттарҙан беҙҙең община халҡы ла зыян күрҙе.”

Беҙ ҙә әсәләр, беҙ ҙә балаларыбыҙ өсөн ҡурҡабыҙ. Беҙҙе экстремистар менән бәйләргә тырышыуҙары хафаға һала. Бөгөн мин метрола үҙемә төбәлгән асыҡ мәғәнәле ҡараштарҙы күрҙем.”

Франция ислам динен тотоусыларҙың күплеге буйынса икенсе урында тора. Республиканың мосолман общинаһында яҡынса 6 миллион самаһы кеше, Көнбайыш Европала ул иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий