суббота, 21 ноября 2015 г.

Бер нисә мең легаль булмаған мигрант Греция- Македония сигендә бикләнеп ҡалған.


Яҡын Көнсығыштың Азия һәм Африка илдәренән Грецияға килгән бик күп мигрант Балкан аша Көнбайыш Европаға юл тота алмай, сөнки Хорватия, Сербия һәм Македония властары үҙ территорияһына Сүриә, Афғанстан һәм Ираҡ ҡасаҡтарын ғына үткәрергә ҡарар иткән.

Һуғыш хәрәкәттәре алып барылмаған илдәрҙең 5 мең легаль булмаған мигранты өсөнсө көн инде Македония сигендә бикләнеп тора.
Плакаттарға ҡарағанда, улар араһында Непалдағы ер тетрәүҙән зыян күреүселәр, Иран, Бангладеш, Пакистан һәм Һиндостан ҡасаҡтары бар. Улар кире боролорға йыйынмай.

Беҙ йә был сикте үтәбеҙ, йә үләбеҙ. Беҙ кире ҡайтмаясаҡбыҙ. Артҡа юл юҡ. Бында аяҡ баҫҡансы, беҙ 5 ил аша үттек. Артабан беҙгә ҡайҙа юлланырға ?”-ти бер ҡасаҡ.

Париждағы теракттан һуң, Европаның сик буйында контролде көсәйтергә ниәтләүе өс Балкан иленең ҡарары менән тап килде.

Шул уҡ ваҡытта Human Right Watch кеүек хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары Европа лидерҙарына теләһә ниндәй илдән килгән ҡасаҡтарға ярҙам итергә тейешлектәре хаҡында иҫкәртә.






Комментариев нет:

Отправить комментарий