воскресенье, 22 ноября 2015 г.

Мысыр: террористар үҙ динендәгеләрҙе үлтерергә лә оялмай.


    Мысырҙың Абу Насер ауылы халҡы Париждағы террористик һөжүм ҡорбандарының береһе- ауылдаштары Салих әл-Джабали менән хушлаша.

    28 йәшлек мысырлы Фрацияға эшкә киткән булған. Уның кәүҙәген ватанына йома кис, һәләк булып бер аҙна үткәс, эксперттар уның терроризмға ҡыҫылышы юҡлығын асыҡлағас ҡына алып ҡайтҡандар.

    Сәлих менән хушлашырға Абу Нсерҙан, күрше ауылдарҙан меңррсә кеше йыйылған.

    -Беҙ Францияға эшкә барҙыҡ. Мин уны Парижда бер нисә тапҡыр осраттым һәм шуны әйтә алам: ул һәйбәт кеше ине, бер ниндәй шикле эштәргә лә ҡыҫылманы,-ти Салихтың танышы.

    -Был һөжүмде яһаусылар әҙәм түгел. Улар бер ғәйепһеҙ кешеләргә һөжүм иткән. Атыу һәм шартлатыуҙарҙың дингә ҡыҫылышы юҡ. Был бәндәләр, үлгәндән һуң, Аллаһ алдына барып баҫасаҡ һәм енәйәттәре өсөн ҡаты яуап тотасаҡ- беҙ исламда шуға ышанабыҙ,- ти ҡасаба имамы.

    Йома ҡорбандары араһында бер нисә мосолман да булған. Мысырҙан хәбәрсебеҙ Мөхәммәт Шәйхибраһим һөйләй:

    -Ауылдаштарының Париж теракты ҡорбаны булыуы асыҡланғас, терактты ойоштороусыларҙың ҡорбандарының диненә иғтибар итмәүе беленгәс, ҡасаба халҡын асыу һәм ҡайғы биләп алды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий