воскресенье, 22 ноября 2015 г.

Парижда климат саммиты мотлаҡ буласаҡ.


    «Трибьюн» онлайн-баҫмаһы хәбәр итеүенсә, фажиғәле ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, Парижда климат саммиты мотлаҡ буласаҡ. Халыҡ-ара конференцияға донъяның 120 лидеры киләсәк. Француздарҙың баш ҡалаһы саммитта ҡатнашыусыларҙы 30 ноябрҙә ҡабул итә башлаясаҡ.

    Франция хөкүмәте террористарҙан өркөп тормаясағын, уҙған йома Парижда 129 кеше һәләк булыуына ҡарамаҫтан, күптән көтөлгән саммит үткәреләсәген белдерҙе.

    Саммиттың маҡсаты- Ер климатын ҡотҡарыу һәм тергеҙеү. Әммә 40 мең делегат, журналист, күҙәтеүсе һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма ҡатнашасаҡ БМО-ның климат конференцияһы, ҡайһы бер өҫтәмә сараларҙы иҫәпләмәгәндә, һөйләшеүҙәр менән генә сикләнәсәк.

    Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху менән әңгәмә барышында саммитта ҡатнашасағын раҫланы. Рәсәй лидерын Франция президенты Франсуа Олланд шәхсән үҙе саҡырған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий