воскресенье, 22 ноября 2015 г.

Мьянма: шыуғын ҡорбандары 90-ға барып еткән.


Мьянманың төньяғында урынлашҡан Качин штатындағы шыуғын ҡорбандары, йәкшәмбе көн урындағы властар хәбәр итеүенсә, 90-ға барып еткән, 100-ләбе хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә.

Шыуғын шәмбе көн Хпакан ҡалаһы янында, нефрит табылған шахта тирәһендә булған. Урындағы таусыларҙың 70-кә яҡын йорто тау тоҡомо аҫтында ҡалған. Тәүҙә һәләк булған 30 кеше тураһында һүҙ булды, әммә эҙләнеү-ҡотҡарыу эштәре барышында ҡорбандар иҫәбе арта бара. Урындағы халыҡ һәм хәрбиҙәр харабаларҙы ҡаҙыу, ҡотҡарыу эшендә ярҙам күрһәтә.




Комментариев нет:

Отправить комментарий