понедельник, 23 ноября 2015 г.

Аргентинала “яңы дәүер” башлана: президент - Маурисио Макри.


Аргентинала Маурисио Макри яҡлылар ҡыуана. Консерваторҙар кандидаты, Буэнос-Айрес мэры дәүләт башлығы һайлауҙарында еңеп сыҡты- бюллетендәрҙең 90 процентын һанағандан һуң, тауыштарҙың 52 проценты уға бирелеүе асыҡланды. Үҙ посынан китеүсе президент- Кристина Фернандес де Киршнер- Макриҙы ҡотлаған да инде. Аргентинала һуңғы тиҫтә йыл эсендә уң үҙәк оппозицияның тәүге еңеүе был. Маурисио Макри үҙен һайлаусыларҙың барыһын да ҡотланы:

Бөгөн тарихи көн. Был- дәүерҙең алмашыныуы, уны үс алыуҙан башларға ярамай,”-тине ул һәм илдә “нуль ярлылыҡ,” наркотиктар менән сауҙаны тамырынан йолҡоп ташлауҙы вәғәҙә итте.

Даниэль Сциоли иһә еңелеүен таныны. Тәүге турҙа ул Макриҙан алда килде, тик икенсе турҙа көрәштән төшөп ҡалған Серхио Масса яҡлылар тауыштарын баш ҡала мэрына бирҙе.


Аргентина 12 йылға һуҙылған Киршнер ғаиләһе идаралығы менән хушлаша: тәүҙә ил башында Нестор Киршнер торҙо, аҙаҡ уны ҡатыны Кристина алмаштырҙы. Ике президент срогынан һуң, уның өсөнсөгә һайланыу хоҡуғы юҡ ине.

Комментариев нет:

Отправить комментарий