Греция-
Македония сигендә бикләнеп ҡалған
мигранттар бишенсе көн инде контролде
көсәйтеү сараларына ҡаршы сыға. Македония
сиген аша сығырға рөхсәт ала алмаған
Гевгелияға Марокко, Иран һәм Пакистан
ҡасаҡтарының күбеһе ҡаршылыҡ акцияһы
уҙғара һәм аслыҡ иғлан итеү менән янай.
“Бына
минең һорауым бар,-ти Ирандан
Рәмзә,-ирандарҙың башҡаларҙан ниндәй
айырмаһы бар? Ни өсөн? Ярҙам итегеҙ
инде!”
Башҡа
Европа илдәре артынан Македония ла үҙ
территорияһына “иҡтисади мигранттарҙы,”йәғни
ЕС-ҡа һуғыштан, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып
түгел, “тормош шарттарын яҡшыртырға
теләп” килгәндәрҙе индереүҙән баш
тартты.
Хәбәр
итеүҙәренсә, Гевгелияла 1300 кеше бер
нисә көн инде асыҡ һауала тора.
Мигранттарҙың бер өлөшө кире Грецияға
боролған.
Хорватия-Словения
сигендә иһә мигранттарҙы автобустар
менән Австрияға оҙаталар. Һуңғы 5 аҙна
эсендә Словения аша 250 мең ҡасаҡ үткән,
ә илдең үҙ халҡы 2 миллондан артмай.
2
мең мигрант Хорватияның Славонски Брод
ҡалаһы үҙәгендә урынлаштырылған, унда
улар теркәлеү үтә. Үҙ ғүмерендә һис
ҡасан ҡар күрмәгән күп ҡасаҡтар өсөн
Европалағы ноябрь һалҡындары ҙур
проблемаға әйләнде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий