четверг, 26 ноября 2015 г.

Рәсәй һәм Төркиә мөнәсәбәттәре ҡатмарлана.


Рәсәй президенты Владимир Путин Төркиәнең Рәсәй самолетын юҡ итеүе эҙемтәһеҙ ҡалмаясағын белдерҙе. Ике ил араһындағы төрлө өлкәләргә ҡараған иҡтисади бәйләнештәре, ә был энергетика һәм телекоммуникациянан алып финанс һәм туризмды ла үҙ эсенә ала, ҡаҡшауы ихтимал.

Рәсәй- әһәмиәте буйынса икенсе урында торған Төркиәнең партнеры, ә Төркиә Рәсәй партнерҙары араһында бишенсе урында тора. Уҙған йыл тауар әйләнеше 31 миллиард доллар тәшкил иткән, шуларҙың 25 миллиарды- Рәсәй экспорты. Рәсәй башлыса газ, нефть һәм башҡа тәбиғәт ресурстары, бойҙай һата, Төркиә- текстиль, ҡоролмалар һәм аҙыҡ-түлек.

РБК, бер нисә импортер һәм таможня брокеры һүҙҙәренә һылтанып, Рәсәй сигендә төрөк тауарҙарын үткәреүҙә ҡытыршылыҡтар килеп тыуыуы тураһында яҙа.

Крис Бошан, IG:
Шик юҡ, әгәр урыҫтар иҡтисади санкциялар индерергә теләһә йәки башҡа аҙымдарға барһа, ул Төркиә иҡтисадында сағыласаҡ. Потенциаль килешеүҙәр өҙөлөү мөмкинлеге хаҡында ла һүҙҙәр йөрөй. Асылда, минеңсә, урыҫтар һәм төрөктәр нимә генә һөйләһә лә, эҙемтәләре хаҡында аныҡ ҡына әйтеп булмай. Ике яҡ та отолошта буласаҡ.”

Туризм илдәрҙең иҡтисади мөнәсәбәтендә айырым урын биләй. Визаһыҙ режим арҡаһында, Төркиәгә юл тотоусылар күбәйгән- уҙған йыл 4,5 миллион рәсәйле унда ял иткән, ә был Төркиәләге сит ил туристарының 10 процентын тәшкил итә. Был тармаҡтың иҡтисадҡа индергән өлөшө- 36 миллиард доллар.

Тап туризм- геосәйәси ысынбарлыҡтың тәүге ҡорбаны: иң ҙур Рәсәй туроператорҙары, сит ил эштәре министрлығы һәм Ростуризмдың киҫәтеүҙәре менән бәйле Төркиәгә путевкалар һатыуҙы туҡтатты. Мысырға юл ябылғандан һуң, күп турфирмалар тап шунда сәфәр ҡылырға тәҡдим иткәйне.

Шулай ҙа Мәскәү һәм Анкара сауҙа бәйләнеше нигеҙендә энергетика ята. Төркиә, Германиянан ҡала, “Газпром”дың икенсе сауҙа майҙаны, ул Төркиәнең “зәңгәр яғыулыҡҡа” 60 % ихтыяжын тәьмин итә. Ҡатмарлы һөйләшеүҙәр менән барған, Украинаны урап үтеп, Көньяҡ Европаға һуҙыласаҡ “Төрөк ағымы” газ үткәргесе яҙмышы ла әлегә билдәһеҙ.

Авторы: Наталия Маршалкович | REUTERS материалдары буйынса.


Комментариев нет:

Отправить комментарий