среда, 25 ноября 2015 г.

Греция сит ил эштәре министры Анкараның Рәсәйгә ҡарата ғәмәлен дуҫтарса түгел тип атаны. -РФ сит ил эштәр министрлығы.


Мәскәү, 25 ноябрь. /ТАСС/.Рәсәйҙең Сүриәләге Су-24 бомбардировщигы һәләкәте менән бәйле Греция сит ил эштәре министры Никос Котзиас Анкараның Рәсәйгә ҡарата ғәмәлен дуҫтарса түгел тип атаны. Был турала, Рәсәй һәм Грецияның тышҡы сәйәсәт ведомстволары башлыҡтарының телефон аша һөйләшеүе һөҙөмтәләре буйынса, РФ сит ил эштәре министрлығы хәбәр итте.


Ил етәкселеге исеменән Греция министры төрөк авиацияһының Рәсәй самолетын юҡ итеүе һәм Сүриәлә терроризмға ҡаршы алышыусы осоусының һәләк булыуы менән бәйле ҡайғы уртаҡлашты,-тинеләр дипведомствола.-Афина РФ президентының Анкараның Рәсәйгә ҡарата ғәмәлен дуҫтарса түгел тип баһалауына һәм ИДИЛ-ға ҡаршы коалиция маҡсаттарына ҡаршы килеүенә теләктәш булыуын белдерҙе.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий