среда, 25 ноября 2015 г.

Су-24 пилоты иҫән.


Төркиә Хәрби һауа көстәре һәләк иткән Су-24 пилоттарының береһе РФ махсус подразделениелары һәм Сүриә армияһы тарафынан ҡотҡарылған һәм базаға алып ҡайтылған. Операция 12 сәғәт дауам иткән. Был турала Рәсәй оборона министрлығы башлығы Сергей Шойгу хәбәр итте. Йәнә бер осоусы һәләк булған.

Төркиә, Рәсәй самолеты илдең һауа киңлеген боҙҙо, тип бара. Рәсәй оборона министрлығы раҫлауынса, Су-24 Сүриә территорияһында бәреп төшөрөлгән һәм Төркиә сиге аша үтмәгән.

Рәсәй оборона ведомствоһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй авиатөркөмө урынлашҡан Сүриәләге Хмеймим авиабазаһына С-400 “Триумф” зенит ракета системаһы килтереләсәк. Сүриәләге Рәсәй авиабаза хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтергә ниәтләүе хаҡында РФ генштабы Су-24 менән булған аяныслы хәлдән һуң бер нисә сәғәт үткәс тә хәбәр итте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий