среда, 25 ноября 2015 г.

Канада 25 мең Сүриә ҡасағын ҡабул итергә әҙер.


Канада хөкүмәте йыл аҙағына ҡәҙәр Сүриәнең 10 мең ҡасағын ҡабул итергә һәм ил территорияһында урынлаштырырға әҙер. Йәнә 15 меңе Канадаға февраль аҙағына ҡәҙәр килә аласаҡ. Париж теракттары йыл аҙағына ҡәҙәр 25 мең сүриәлене ҡабул итергә йыйынған Канада хөкүмәте пландарына үҙгәреш индерҙе. Хәҙер контроль ентекләберәк үткәрелсәк, өҫтәүенә яңғыҙ ир-атты индереү сикләнәсәк.

Канаданың йәмәғәт именлеге министры Ральф Гудейл бына нимә ти:

Канадаға килеү өсөн самолетҡа ултырырҙан алда, һәр кемгә сит илдә үк ентекле тикшереү үткәреләсәк. Әңгәмә барышында уның биографияһына ҡағылышлы ҡайһы бер факттарға ҡарата шик тыуһа, досьеһын, артабан тикшереү өсөн, ситкә ҡуйып торасаҡтар.

Канада премьер-министры Джастин Трюдо Канада ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү планынан баш тартмаясағы, әммә, мигранттарҙы ҡабул иткәндә, именлек саралары көсәйтеләсәген белдерҙе:

Процестың дөрөҫ барыуына инанырға теләйбеҙ, был мәсьәләгә ихлас ҡараған канадалар ғаиләләрҙе ҡабул итеүгә ыңғай ҡарашын һаҡлар тип ышанғыбыҙ килә.”

Ҡасаҡтар Канадаға башлыса чартер рейстары менән киләсәк. Оборона министрлығы ҡасаҡтарҙы ташыу өсөн хәрби-транспорт авиацияһын ҡулланырға тәҡдим итте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий