вторник, 24 ноября 2015 г.

Париж теракттарынан һуң, мосолмандарға һөжүмдәр артҡан.


Бөйөк Британияның мосолман общинаһы Париж теракттарынан һуң илдә исламофобияға нигеҙләнгән һөжүмдәрҙең артыуына зарлана. Британия хөкүмәтенең эшлекле төркөмө мәғлүмәттәре буйынса, мосолмандарға һөжүм 300 процентҡа артҡан- һуңғы аҙнала ошондай 115 осраҡ теркәлгән. Башлыса 14-45 йәштәрҙәге хиджаб кейгән ҡатын-ҡыҙҙар мыҫҡыллап әрләүҙәргә, хатта физик көс ҡулланыуҙарға дусар, ундай хәлдәр күбеһенсә йәмәғәт урындарында булған.

Исламға ҡаршы сығыуҙар Францияла ла күҙәтелә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ксенофобияға нигеҙләнгән граффити киҙеүе хаҡында һөйләй һәм мосолмандарға һөжүмдәрҙең артыуын билдәләй. Париждың 5-се округындағы Ҙур мәсет һәм башҡа мәсеттәр даими рәүештә полиция тарафынан һаҡлана.
Сығышы менән Алжирҙан булған Абделхаҡ быны хуплай:

Хәүефһеҙлек сараларын күреү- бик дөрөҫ, сөнки кешеләрҙә яңылыш ҡараш барлыҡҡа килгән. Тура ислам юлында тормағандарҙың ғәмәлдәрен улар бөтә мосолмандарға ауҙармаҡсы. Шуға күрә мосолмандарҙы ла яҡлау кәрәк.”

Мосолмандарға һөжүмдәр рәсми мәғлүмәттәрҙән байтаҡҡа күберәк тип уйлайҙар, ләкин бөтә зыян күреүселәр ҙә полицияға йәки ислам общинаһы активистарына мөрәжәғәт итмәй.



Комментариев нет:

Отправить комментарий