пятница, 27 ноября 2015 г.

Немецтарҙың “Торнадо” хәрби самолеты Сүриәгә ебәреләсәк.


БЕРЛИН, 26 ноябрь. /ТАСС/.Францияға ИД террористик төркөмө менән көрәштә ярҙам итһен өсөн, немецтарҙың“Торнадо” самолет-разведчиктары Сүриәгә оҙатыласаҡ. Берлинда журналистарға был хаҡта бундестагтағы ХДС/ХСС эксперты Хеннинг Отте хәбәр итте.

Беҙ Ирактың төньяғында үҙ миссиябыҙҙы /“пешмерга”ны әҙерләү эше/ әүҙемләштереп кенә ҡалмаясаҡбыҙ, разведка өсөн “Торнадо”ны ҡулланып, ИД терроры менән көрәште лә киңәйтәсәкбеҙ,”-тине ул.

Бынан тыш, идара итеүсе коалициялағы сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, ИД менән көрәш операцияһына ярҙам йөҙөнән Германия фрегат һәм заправкалаусы самолеттар ебәреү мөмкинлеген дә ҡарай.

Әлеге мәлдә ГФР канцлеры Ангела Меркель ҡайһы бер министрҙары менән Францияға ИД менән көрәштә ярҙам итеү мәсьәләһен хәл итә.

Хеннинг Оттеның белдереүе идара итеүсе коалиция парламентарийҙарының Францияға ИД менән көрәштә өҫтәмә ярҙам күрһәтеүгә арналған осрашыуы алдынан яңғыраны, тип асыҡлыҡ индерә Рейтер агенствоһы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий