четверг, 26 ноября 2015 г.

АҠШ: Афғанстандағы “Сиктәрһеҙ врачтар” госпитале хаталыҡ менән утҡа тотолған.


АҠШ үткәргән рәсми тикшереү һөҙөмтәһендә, октябрҙәге Америка хәрбиҙәренең “Сиктәрһеҙ врачтар” ойошмаһының афған госпитален бомбаға тотоуы фажиғәле хата тип табылған. Имеш, барыһына кеше факторы ғәйепле. Утҡа тотоу арҡаһында 20 кеше һәләк булған, йәнә 40 кеше яраланған.

Был фажиғәле хата. Америка хәрбиҙәре ниәтләп госпиталде йәки һаҡланған объекттарҙы һис ҡасан бомбаға тотмаҫ ине. Мин рәсми рәүештә белдерә алам: был ваҡиғаға ғәйепле кешеләр, административ һәм дисциплинар яза хаҡында ҡарар сығарылғансы, вазифаларынан бушатылды,”-тип белдерҙе Афғанстандағы Америка ғәскәрҙәре командующийы Джон Кэмпбелл.

Сиктәрһеҙ врачтар” был һөҙөмтәләр менән риза түгел, улар бойондороҡһоҙ тикшереү үткәреүҙе талап итә.

Беҙҙең бөгөн дә бик күп һорауҙарыбыҙ бар: был хаталар ни өсөн мөмкин булған, кем етәкселек иткән ул эште атҡарыусыларға. Беҙ йәнә бойондороҡһоҙ тикшереү талабын ҡуябыҙ,”-тине “Сиктәрһеҙ врачтар”ҙың генераль директоры Кристофер Стоукс.

АҠШ-тың Ҡораллы көстәре Ҡондоҙҙағы “Сиктәрһеҙ врачтар” хәстәханаһын 3 октябрҙә утҡа тотҡан. Госпиталдә ул мәлдә 80-дән ашыу врач һәм 100 пациент булған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий