Парижда
климат саммиты алдынан күмәк акциялар
тыйылһа ла, яңғыҙ ҡаршылыҡ акцияларын
берәү ҙә тыя алмай. Иң мөһиме бында
-фантазия. OXFAM хәйриә ойошмаһының Ангела
Меркель, Барак Обама, Си Цзиньпин,
Нарендра Моди битлектәре кейгән
активистары раҫлауынса, был башлыҡтар
Париждағы төшкө аш ваҡытында йәнә “Ер
шарын бүлә” башлаясаҡ.
Ошо
көндәрҙә бөтә донъяла, сәйәсмәндәрҙе
һәм эре финанс институттарын климат
үҙгәреүенә бәйле проблемалар хаҡында
уйланырға саҡырып, манифестациялар
үтә. Ысынға оҡшаш аҡ айыу ҡаршылыҡ
акцияһында ҡатнашыусылар менән бергә,
“яуапһыҙлыҡ”
сәйәсәте дауам иткән хәлдә, алда иреп
юҡҡа сыға барған боҙлоҡтар һәм һәләкәттәр
көтөп торасағын иҫкәртеп, Токио урамдары
буйлап үтте.
Яңы
Зеландия ҡалаларындағы ҡаршылыҡ
акцияларында меңдәрсә кеше ҡатнашты.
Манифестанттар әйтеүенсә, климатты
яҡлап сығыу өсөн, ниндәйҙер ойошма
ағзаһы булыу кәрәк түгел, Ер һәм унда
йәшәүселәр өсөн кире төҙәтеп булмаҫлыҡ
эҙемтәләрҙе күҙ алдына килтерергә генә
кәрәк.
Австралия
ҡалаларында ла климаттың үҙгәреүенә
ҡаршы акциялар үтте. Мәҫәлән, Брисбен
халҡы “ишек төптәренә” үк
килеп еткән экохәлдәргә- Ҙур мәрйен
рифына күрһәтә. Акцияла ҡатнашыусылар
сәйәмәндәрҙе, шул иҫәптән Австралия
сәйәсмәндәрен дә, ҡайтанан тергеҙелгән
энергия сығанаҡтарына иғтибарҙы
йүнәлтергә, шул иҫәптән яңы шахталар
төҙөмәҫкә һәм атмосфераға заралы
матдәләрҙе сығарып ташлауҙы кәметергә
саҡыра.
200
самаһы илдең башлығы уртаҡ тел таба
алырмы- быны инде саммит һөҙөмтәләре
күрһәтер.
Комментариев нет:
Отправить комментарий