суббота, 28 ноября 2015 г.

Стамбул: Төркиәлә журналистарҙы ҡулға алдылар.


Стамбулда “Йөмһүриәт” гәзите редакцияһы янына йома көн йөҙҙәрсә кеше йыйылды, был хәл ике журналисты ҡулға алғандан һуң булды. Халыҡ, Эрдоганды авторитарлыҡта һәм матбуғат азатлығын быуырға ниәтләүҙә ғәйепләп, баҫманың баш редакторын һәм хәбәрсеһен азат итеүҙе талап итте.

Уҙған йыл Йән Дүндәр һәм Эрдем Гөл Анкараның Сүриә боевиктарына ҡорал оҙатыуы менән бәйле тикшереү үткәргәйне. Бынан һуң президент Эрдоган шәхсән үҙе уларҙы шпионлыҡта һәм террористарға ярҙам итеүҙә ғәйепләп сыҡты.

Барығыҙға ла мәғлүм булыуынса, тикшереүҙе беҙҙең репортерҙар алып барҙы, улар төрөк махсус хеҙмәттәренең йөк машиналары “исламистарға” ҡорал ташыуын асыҡланы. Беҙҙе эҙәрлекләүҙең инициаторы- президент Эрдоган. Беҙ бында журналистиканы һәм халыҡтың мәғлүмәт алыуға хоҡуғын яҡлау өсөн килдек, хөкүмәттең алдашыуҙарын халыҡ белергә тейеш,”-тип әйтеп өлгөрҙө ҡулған алынғансы Йән Дүндәр.

Ил хәүеф алдында торһа, журналист был хаҡта хәбәр итергә тейеш,”-тип өҫтәне Эрдем Гөл.

Яуап итеп төрөк властары, һүҙ Сүриә төркмәндәренә тәғәйенләнгән “гуманитар конвой” тураһында бара, тип хәбәр итте.

Евроберләшмә Төркиә журналистарының ҡулға алыныуына борсола, тип белдерҙе йома көн Брюсселдә ЕС-тың тышҡы сәйәсәт хеҙмәте вәкиле Майя Косьянчич.

Беҙ хафалы ваҡиғаларҙы иғтибар менән күҙәтеп барабыҙ; фекер төрлөлөгө азатлығы- Евроберләшмәнең төп принциптарының береһе,”-тип асыҡлыҡ индерҙе ул.

Үҙ сиратында Европарламенттың “йәшелдәр” фракцияһы рәйестәренең береһе был мәсьәләне Брюсселдә 29 ноябрҙә үтәсәк ЕС-Төркиә саммиты көн тәртибенә индерергә тәҡдим итте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий