пятница, 27 ноября 2015 г.

Төркиәлә ИДИЛ-ды ҡорал менән тәьмин итеү хаҡында һөйләгән репортерҙарҙы ҡулға алдылар.


Кесе йома көн Төркиәлә, Анкараның Сүриәләге исламист-боевиктарҙы ҡорал менән тәьмин итеүе хаҡындағы мәҡәлә өсөн, ике журналисты ҡулға алдылар. “Республика” гәзитенең баш редакторы Йән Дюндар һәм баҫманың хәбәрсеһе Эрдем Гөл үҙҙәренең тикшереү һөҙөмтәһен йәй үк баҫтырып сығарғайны, бынан һуң президент Эрдоган шәхсән үҙе уларҙы шпионлыҡта һәм террористарға ярҙам итеүҙә ғәйепләп сыҡты. Журналистар ҡулға алынырҙан алда граждандарҙың объектив мәғлүмәт алыуға хоҡуҡтарын яҡлауҙары һәм властарҙың ялғанын фаш итеүҙәре хаҡында һөйләп өлгөрҙө.

Дилек Дюндар, журналист Йән Дюндарҙың ҡатыны:

Беҙ ҡаршы торасаҡбыҙ һәм еңәсәкбеҙ. Был- барса киң мәғлүмәт сараларына һөжүм. Улар матбуғатҡа һөжүм яһауҙы дауам итә. Тик беҙ көслө. Барыбыҙҙың да көслө булып ҡалыуын теләйем.”

Али Олсой, “Сол” гәзитенең баш редакторы:

Әгәр медиа ауыҙ йомоп ҡалһа, нимә дөрөҫ, нимә юҡ икәнлеген берәү ҙә белмәҫ ине. Был ҡулға алыу- Төркиәлә урынлаштырырға ниәтләнгән фашистар диктатураһына йәнә бер аҙым. Әммә беҙ Йән Дюндар өсөн ныҡ торасаҡбыҙ.”

Ҡулға алынған журналистар яҙған факттар 2014 йылдың ғинуарына ҡарай. Ул саҡта хәрби патруль Сүриәгә йүнәлгән бер нисә йөк машинаһын туҡтата. Журналистарҙың мәғлүмәттәре буйынса, машиналарҙа ИД төркөмө өсөн ҡорал була. Властар иһә Сүриә төркмәндәренә оҙатылған гуманитар йөк тураһында һөйләй.







Комментариев нет:

Отправить комментарий