Төркиәнең
көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан һәм
башлыса курдтар йәшәгән Диярбаҡыр халҡы
парламент һайлауҙары һөҙөмтәләре менән
риза түгел.
Курдтар
яҡлы Халыҡ- демократик фирҡә башлыҡтары
илдә идара итеүсе “уртасыл исламистар”
менән тигеҙ шарттар булдырылмауы хаҡында
белдерһә, тегеләре иһә оппозициялағы
Халыҡ-демократик фирҡәһенең Төркиәлә
террористик тип иҫәпләнгән Курд эшселәр
фирҡәһе менән бәйләнгән булыуын йыш
ҡабатлай.
Мәхмүт
Сәсәксе, Диярбаҡырҙа йәшәүсе:
“Хәҙер
инде, Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһе власты
ҡулға алғас, улар тыныслыҡ хаҡындағы
һөйләшеүҙәрҙе туҡтатасаҡ. Минең уйымса,
тыныслыҡ процесына кире ҡайтырға кәрәк.
Һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә кәрәк.”
Һайлау
һөҙөмтәләре менән ризаһыҙлыҡ Диярбаҡыр
урамдарына бәреп сыҡты. Дүшәмбегә ҡаршы
төндә ҡала урамдарында курд йәштәренең
полиция менән бер нисә бәрелеше булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий