Иордан
йылғаһының Көнбайыш ярындағы Хеврон
ҡалаһынан бер фәләстин дүшәмбе көн
Ришон Ле-Цион ҡалаһының өс гражданинын
бысаҡ менән яралаған. Видеояҙмала ҡара
кейемдәге ир, үткеселәргә бысағы менән
янап, урам буйлап саба. Автобус пассажиры-
уның тәүге ҡорбаны, икенсеһе- урамдағы
оло йәштәге ҡатын...Урам осонда фәләстин
магазинға йүгереп ингән һәм йәнә бер
кешене яралаған. Ошо магазинда уны ҡулға
алғандар ҙа инде.
Шул
уҡ көндө Иордандың Көнбайыш ярында
Дженин контроль үткәреү пукты янында
тағы бер фажиғә булған. Ике фәләстин
бысаҡ менән бер һалдатҡа һөжүм итергә
маташҡан. Израиль хәрбиҙәре уларҙың
береһен атып үлтергән, икенсеһен ҡулға
алған.
Был
ҡанлы бәрелештәр- фәләстиндарҙың
израиллеләргә һөжүмдәр серияһының
дауамы. Уҙған ай башынан алып 11 кеше
теракт ҡорбаны булған, 120-һе тән йәрәхәттәре
алған. Бәрелештәрҙә, һөжүмдәрҙә 70 тирәһе
фәләстин үлгән.
Израилдең
элекке президенты Шимон Перес ул
ваҡиғаларға шундай ҡарашта:
“Үҙ
именлеге өсөн, Израиль ике дәүләттең
йәшәйешен танырға тейеш. Башҡа альтернатива
юҡ, туҡтауһыҙ һуғыш ҡына булмаһа инде.
Ә туҡтауһыҙ һуғыш шарттарында йәшәү
мөмкин түгел!”
Комментариев нет:
Отправить комментарий