вторник, 3 ноября 2015 г.

Германия: халҡы 102 кешенән торған ауылға 750 мигрантты урынлаштырасаҡтар.


Түбәнге Саксониялағы бәләкәй генә Зумте ауылы мэры Сүриәнең 750 мигрантын ҡабул итергә тейешлеге хаҡында ишеткәс, тәүҙә быны шаяртыу тип ҡабул иткән.

Зумтела бер генә урам, магазин да, мәктәп тә, полиция участкаһы ла юҡ һәм йәмғеһе 102 кеше йәшәй. Шуға ҡарамаҫтан, немец властары унда ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү үҙәге асырға ҡарар иткән.

Ауыл мэрынан айырмалы рәүештә, был үҙәктең директоры оптимист.

Проблемаларҙы хәл итә алмайбыҙ тип уйлаһам, мин бында булмаҫ инем. Бергә тырышып эшләп, Зумтелағы бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итербеҙ, тип ышанам.”

Ауыл халҡының күбеһен бындай күршеләр бик шатландырмай, сөнки тормоштарының тыныс ағышы үҙгәреүе ихтимал. Ауылдың инфраструктураһы ла халыҡтың 7 тапҡыр артыуын күтәрә алмаҫҡа мөмкин.

Әйтергә кәрәк, ҡасаҡтар үҙҙәре лә Зумтелағы тормошто яйға һалыу өсөн үҙ өлөшөн индерергә әҙер. Мөхәммәт Рухи Сафвак ошо маҡсат менән Геттеборгтан махсус рәүештә килгән.

Мин бында тормошомдо яңынан ҡороу өсөн килдем. Эшһеҙ ултырырға йыйынмайым. Бөтәһе лә беҙгә ярҙам итеү өсөн көс һала, тимәк мин дә быға үҙ өлөшөмдө индерергә бурыслы.


Һыйыныр урын һорап яҙған ғаризаларына яуап алғансы, мигранттар Зумтела йәшәйәсәк. Аҙаҡ уларға алмашҡа башҡалары киләсәк. Тәүге төркөм ауылға дүшәмбе аяҡ баҫҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий