среда, 4 ноября 2015 г.

Джордж Осборн: Бөйөк Британия ЕС-та реформа үткәреүҙе талап итә.


Бөйөк Британияның финанс министры Джордж Осборн, Германияға визиты ваҡтында, Берлинда немец сәйәсмәндәре һәм эшҡыуарҙары алдында сығыш яһаны. Ул шуны иҫкә төшөрҙө: Бөйөк Британия ЕС эсендә һиҙелерлек реформалар үткәреүҙе алға һөрә. Ошо шарт үтәлмәгән хәлдә, Лондон берләшмә составынан сығыу процесын башлаясаҡ.

Бөйөк Британия евроны нығытыу өсөн кәрәк булған еврозоналағы үҙгәрештәрҙе индереүгә булышлыҡ итәсәк. Быға яуап итеп, һеҙ, реформалар үткәреү юлы менән, еврозона составына инмәгән илдәрҙең мәнфәғәттәрен дә яҡларға ярҙам итә алаһығыҙ.”

Еврозонала ағза булып тормаған илдәрҙең һалым түләүселәре, фарманға буйһоноп, уны ҡотҡарыу өсөн яуаплы булыуын Британияның финанс министры ярамаған эш тип атаны. Осборн был эштең ирекле нигеҙҙә атҡарылырға тейешлеген билдәләп үтте.

Британия премьер-министры Кэмерон ЕС-та реформалар үткәреүгә көс һалырға, ә аҙаҡ- 2017 йылдан да ҡалмай- ЕС-та ағза булып тороу мәсәьәләһе буйынса реформа үткәрергә вәғәҙә бирҙе. Ул шәхсән үҙе Британияның ЕС-тан сығыуын теләмәй, ә был хәл булмаһын өсөн, Брюсселдән реформалар үткәреүҙе талап итә.





Комментариев нет:

Отправить комментарий