среда, 4 ноября 2015 г.

Төркиә: Төркиәнең Изник утрауы төбөндәге базилика оҙаҡламай һыу аҫты музейына әйләнәсәк.


Боронғо уникаль базилика, уны былтыр Төркиәнең төньяҡ-көнбайышындағы Бурса провинцияһында картографик кино төшөргәндә тапҡандар, 2 йылдан һыу аҫты музейына әйләнәсәк.

Базиликаның йәше- 1600 йыл. Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре буйынса, ғибәҙәтхана Рим һалдаттары ҡулынан беҙҙең эраның 303 йылында 16 ғына йәшендә язалап үлтерелгән изге Неофит Никейский хөрмәтенә бағышлап төҙөлгән. Был архитектура ҡомартҡыһы оҙаҡламай һыу аҫты музейына әүереләсәк. Илдең мәҙәниәт һәм туризм министрлығы ул проектты раҫлаған да инде.

Беҙҙең маҡсат,-ти Бурса провинцияһы губернаторы Рәжәп Альтеме,-был урынды теләге булған һәр кем килеп күрерлек итеп йыһазландырыу. Бының өсөн кәрәкле структура булдырасаҡбыҙ, ҡарап йөрөр өсөн, быяланан галереялар эшләнәсәк. Һыу аҫты археология музейына килеүселәр тарихты өйрәнһен, күптән үткән ваҡиғаларҙың һулышын тойһон өсөн, барыһы ла эшләнәсәк.”

Боронғо ғибәҙәтхана күлде вертолеттан фотоға төшөргәндә табылған. Беҙҙең эраның 740 йылындағы ер тетрәү арҡаһында, бина һыу аҫтына киткән булырға тейеш. Базилика харабалары 1,5-2 метр тәрәнлектә һыу эсендә ята. Американың Археолгия институты уны, йыл эсендәге иң ҙур табыш, тип атаған.








Комментариев нет:

Отправить комментарий