Теләктәшлек
һүҙҙәре, ҡул ҡыҫышыуҙар, бергәләп фотоға
төшөүҙәр...
Европаралмент
спикеры Мартин Шульц Афинаға килде һәм
Греция башҡалаһына терәлеп торған
Галатси ҡасабаһындағы Яҡын Көнсығыш
ҡасаҡтарының теркәлеү үҙәген барып
күрҙе. Шульц мигранттарҙы урынлаштырыуға
бөтә көсөн һалған Греция властарына
рәхмәт һүҙҙәре әйтте һәм легаль булмаған
мигранттарҙың зарын тыңланы.
Мартин
Шульц, Европарламент спикеры:
“Был
Грецияның ғына түгел, дөйөм Европаның
проблемаһы икәнен аңлауы ҡыйын түгелдер,
тип уйлайым. Беҙ уны бергәләп кенә хәл
итә алабыҙ.”
Грецияның
властағы һулдарынан да һулдараҡ
тороусыларға евроҡунаҡтың ҡарашы
етерлек гуманлы түгел кеүек тойолдо
һәм улар пикет ойошторҙо. Уларҙың
транспаранттарына былай тип яҙылғайны:
“Ҡасаҡтарға-
эйе, империалистарҙың бомбаларына- юҡ!”
Шульц
иһә хөкүмәтте генә түгел, килеүселәргә
арымай-талмай ярҙам иткән урындағы
халыҡты ла маҡтаны.
“Диңгеҙ
аша үткән кешеләр беҙгә хәлһеҙләнеп
килә. Беҙ уларға кейем-һалым эҙләйбеҙ.
Беҙҙең төп бурыс- уларҙы ашатыу,”-тиҙәр
гректар.
Галатсиҙағы
спорт комплексы 2004 йылғы Афина олимпиадаһы
өсөн төҙөлгәйне. Хәҙер бында мигранттарҙы
ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәге. Спортзалда
палаткалар урынлашҡан. Алыҫтағы бай
Европаға юл тоторға йыйыныусылар ишек
алдында туп уйнай.
Стаматис
Янисис, “Евроньюс”:
“Греция
үҙе йылына 50 мең кешене ил территорияһында
ҡалдырырға ризалашты. Әммә хөкүмәт
даими рәүештә киҫәтә: мигранттар һаны
ҙур тиҙлек менән арта, әгәр кисекмәҫтән
берәй сара күрелмәһә, төрөк яғынан йөҙөп
килеүсе легаль булмаған мигранттар
ағымын яйға һалыу бик ауырға төшәсәк.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий