пятница, 6 ноября 2015 г.

Ит аҙыҡ-түлегенең ярлығы гел генә дөрөҫөн һөйләмәй.


Ярлыҡта күрһәтелгән иттең ярты миҡдары ғына булған тефтелиҙар; сульфиттар арҡаһында, бик матур күренгән үткәрелгән һыйыр ите; быҙау ите урынына тауыҡ шешлеге...Европа ҡулланыусылары бюроһы (BEUC) докладында күрһәтелгән әкәмәттәрҙең бер өлөшө генә был. Ике йыл элек булған йылҡы ите ғауғаһынан һуң, ул ЕС-тың 7 илендә тикшереүҙәр алып барҙы. Докладта аңлашылмаған ит аҙыҡтары, тулы булмаған ярлыҡтар, тыйылған ҡушымталар хаҡында һүҙ бара.

Бельгияла “Америка фаршы” тип аталған үҙенсәлекле ризыҡ бар,-ти бюро гендиректоры Моник Гойенс. –Әммә ярлыҡта күрһәтелгән һыйыр ите урыныа унда йыш ҡына сусҡа ите була! Ҡулланыусы күҙлегенән ҡарағанда, был бер ҙә яраған эш түгел.”

Бюро ярлыҡтарға һаҡ ҡарарға, нимә алғанығыҙға иғтибарлы булырға саҡыра.

Ярлыҡты тикшерергә кәрәк,-ти Камил Перрен.-Етештереүсе, һеҙҙе ышандырыу өсөн, төрлө хәйләләргә барыуы ихтимал. Беҙҙең бюро тикшереү һөҙөмтәләрен Еврокомиссияға тапшырасаҡ. Был проблеманы ЕС кимәленә еткереп, уның барлығын танып, мәсьәләне хәл итергә саҡырабыҙ.

Бюро контролде көсәйтеүҙе һәм ит аҙыҡ-түлегенең ярлығы тулы һәм аныҡ булыуын тәьмин итеүҙе талап итә. Финанс көрсөгө, ЕС илдәрендә инспекторҙар армияһының ҡыҫҡартылыуы сәбәпле, был һөрәнде ишетмәүҙәре лә бик мөмкин.


Комментариев нет:

Отправить комментарий