Иорданияның баш ҡалаһы Амманда, ташҡындар һөҙөмтәһендә, кәм тигәндә өс кеше һәләк булған, шуларҙың икәүһе- балалар. Ташҡындың сәбәбе- бер сәғәт самаһы ғына дауам иткән ҡойма ямғыр. Ошо арауыҡ эсендә ҡаланың ҡайһы бер райондарының урамдары, йорттары һыу аҫтында ҡалған. Урындағы граждандар оборонаһы көстәре 700 тирәһе кешене ҡотҡарған. Яҡын көндәрҙә Амманда йәнә ҡойма ямғырҙар көтөлә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий