Мароккола
бәләкәй генә экология революцияһы
көтөлә. Ҡануниәт буйынса ҡара пластик
ҡапсыҡтар ҡулланыштан сығарылып 6 йыл
үткәндән һуң, хөкүмәт бөтә төр пластик
ҡапсыҡтарҙы ла тыйырға уйлай. 29 октябрҙә
Марокконың Хөкүмәт советы илдә пластик
ҡапсыҡтарҙы етештереүҙе, импортлауҙы,
һатыуҙы, таратыуҙы тыйыусы закон проектын
тәҡдим итте. Сәнәғәт министрлығы тәҡдим
иткән № 77-15 закон проекты ауыл хужалығы
һәм сәнәғәттә һәм сүп-сар йыйыуҙа
файҙаланылған пластик ҡапсыҡтарға
ҡағылмай. Был проект ҡануниәткә инеп
китһен өсөн, парламенттың ике палатаһы
ла уны раҫларға тейеш.
Донъяла
йылына триллион самаһы пластик ҡапсыҡ
ҡулланыла. Улар быуаттар буйы тирә-яҡ
мөхиттә ҡала. Марокко халҡы йылына 26
миллиард пластик ҡапсыҡ тотона, тимәк
ошондай пакеттарҙы ҡулланыу буйынса
улар АҠШ-тан ғына ҡалыша.
Пластик
ҡапсыҡтарҙы ҡулланыуҙы контролдә тотоу
мәсьәләһе Марокко хөкүмәте ултырыштарының
көн тәртибенә байтаҡ йылдар ҡуйыла
килде. 2009 йылдың сентябрендә министр
декреты менән илдә ҡара пластик
ҡапсыҡтарҙы етештереү, ҡулланыу тыйылды;
ҡапсыҡтар урамдарҙы, пляждарҙы, ауылдарҙы
сүпләп ята ине.
2010
йылда Мароккола тарҡалыусы һәм
биотарҡалыусы нескә стандартлы пластик
ҡапсыҡтар һәм тоҡтар ҡулланыу хаҡындағы
закон сыҡты. Закон 2011 йылда үҙ көсөнә
инде һәм шунда уҡ урындағы пластик
етештереүселәрҙең ҡаршылығына осраны,
сөнки яңы стандарттарға күсеү байтаҡ
ҡына сығымдар талап итә ине.
2011-2012
йылдар. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау идаралығы
пластик ҡапсыҡтарҙы йыйыу һәм юҡ итеү
буйынса Милли программа буйынса эске
эштәр министрлығы менән хеҙмәттәшлек
итте- һөҙөмтәлә бөтә ил буйынса 1 000 тонна
пластик ҡапсыҡ йыйылды һәм юҡ ителде.
2013
йылда Фуат Дуири, элекке энергетика,
шахталар, һыу ресурстары министры,
пластик ҡапсыҡтарҙы туҡыманан тегелгән
сумкаларға алмаштырыу акцияһы тураһында
иғлан итте. Илдең 20-нән ашыу ҡалаһы был
программала ҡатнашты.
Хөкүмәттең
пластик ҡапсыҡтарҙы ҡулланыуҙы контролдә
тотоу буйынса төрлө башланғыстарына
ҡарамаҫтан, ул ҡапсыҡтар төрлө ерҙә
тулып ята, сөнки элекке закондар һәм
хөкүмәт программалары ваҡытлыса
үткәрелгән сараларҙан тора ине.
/Афарин,
Марокко!/
Комментариев нет:
Отправить комментарий