суббота, 7 ноября 2015 г.

Хорватияла кескәй Нинаның ата-әсәһен эҙләйҙәр.


Загребтың балалар йортонда 3 йәшлек Нина бер ай йәшәй инде. Асылда уның исеме нисек, уға нисә йәш- Хорват врачтары белмәй. Уны Велика-Горица ҡалаһы паркында тең бер үҙе йөрөгән килеш тапҡандар.

Администрация, уны Хорватия аша үткән мигранттар ғаиләһе юғалтҡан, тип уйлай. Шуға күрә, Нинаны экранда күреп таныуҙарына өмөт бағлап, балалар йортона журналистарҙы саҡырғандар.

-Бәлки, уны берәйһе танып ҡалыр ҙа беҙ уның туғандары менән бәйләнешкә инә алырбыҙ,-ти ғаилә эштәре министры Миланка Опачич.

-Ҡыҙҙың хәле һәйбәт, бында уны яҡшы ҡабул иттеләр; уның үҙенә лә яңы кешеләр, яңы мөхит оҡшай. Ҡыҙҙы һәйбәт ғаиләлә яҡшы тәрбиәләнгәндәр күрәһең,-ти балалар йорто директоры Ясна Цуркович.

Тик ошоғаса, юғалған баланы эҙләп, балалар йортона берәү ҙә мөрәжәғәт итмәгән. Хоҡуҡ һағындағылар ҙа, Ҡыҙыл тәре лә Нинаның ғаиләһен таба алмай. Бала хорватса һөйләшмәй; Нина әйткән бер нисә фраза бала ҡараусыларға румын теленә яҡын һымаҡ, әммә быны әле асыҡлайһы бар.




Комментариев нет:

Отправить комментарий