воскресенье, 8 ноября 2015 г.

ҠХР һәм Тайвань башлыҡтарының тарихи осрашыуын Тайбейҙа өнәмәйҙәр.



Сингапурҙа Ҡытай халыҡ республикаһы һәм Тайвань етәкселәренең тарихи осрашыуы булды. Был, ҠХР төҙөлгәне һәм граждандар һуғышында Ҡытай Компартияһынан еңелгән “Гоминьдан” фирҡәһенең Тайванде 1949 йылда бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан иткәне бирле, юғары кимәлдәге тәүге һөйләшеүе.

ҠХР рәйесе Си Цзиньпин һәм Тайван администрацияһы башлығы Ма Инцзю Тайвань боғаҙының ике яры араһындағы тыныс мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү проблемалары тураһында әңгәмәләште.

Тайвандә ҡаршылыҡ тыуҙырған был диалог утрау администрацияһы башлығын һайлағанға ҡәҙәр, ә унда Ҡытайҙан айырылыу яҡлылар еңеү яулар, тип көтәләр, Пекин һәм Тайбэй араһына күпер һалыуға һуңғы мөмкинлек булыуы ихтимал.

Беҙ, яуап алыр өсөн, Ма Инцзюны көтәсәкбеҙ. Ул Тайвангә төн уртаһында ҡайтасаҡ, уның ҡайтҡанын көтөп торасаҡбыҙ. Тайвань өсөн был уғата мөһим мәсьәлә, шуға күрә ҙурыраҡ демонстрация ойошторорға ла уйыбыҙ бар. Беҙ суверенитетыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға тейеш,”-ти ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусы ҡыҙ.

Ҡытай менән һөйләшеүҙәргә ҡаршы булған 200 самаһы кеше Тайвань парламенты алдында манифестация ойошторҙо. Улар Си Цзиньпинды- “диктатор”, ә Ма Инцзюны “хыянатсы”тип атаны һәм утрауҙың үҙаллылығын һаҡлап ҡалыуҙы талап итте. Демонстрацияны полиция ҡыуып таратты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий