понедельник, 30 ноября 2015 г.

Рим папаһы мосолмандарҙы "туғандарым" тип атаны.


Туғандарымтип атаны мосолмандарҙы Рим папаһы Франциск. Дүшәмбе көн ул Үҙәк Африка республикаһы баш ҡалаһы Бангиҙың иң ҙур мәсетендә булды.
Понтифик христиандарҙы һәм мосолмандарҙы, ыҙғыштарҙы туҡтатып, дини нигеҙҙә бүлгеләнгән илдә тыныслыҡ булдырырға саҡырҙы:

-Христиандар, мосолмандар һәм традицион дин тотоусылар бергә татыу рәүештә бик оҙаҡ йәшәне,-тине понтифик.

Өс йыл инде илдә көсөргәнешлек кәмемәй- меңдәрсә кеше дини бәрелештәр ҡорбаны булды, ә ҡасаҡтар, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, миллионға етә- Үҙәк Африка республикаһының һәр бишенсе кешеһе тигән һүҙ был.

Ил халҡының 80 проценты- христиандар, 15 проценты- мосолмандар.

-Христиандар һәм беҙҙең арала- тығыҙ бәйләнештәр һәм тыныслыҡ традициялары. Был ерҙә беҙ туғандар һымаҡ йәшәргә теләйбеҙ,-ти бер мосолман.

Үҙәк Африка республикаһы- папа Францисктың Африкаға сәйәхәтендә һуңғы нөктә, уны иң хәүефле этап тип иҫәпләйҙәр. Понтификтың именлеге һағында- урындағы полицейскийҙар, БМО тыныслыҡ һаҡсылары һәм француз хәрби хеҙмәткәрҙәре.



Комментариев нет:

Отправить комментарий