Сәғүд
Ғәрәбстаны ҡатын-ҡыҙҙары короллек
тарихында тәүге тапҡыр урындағы һайлау
органдары өсөн көрәшкә сыҡты һәм
һайлаусылар сифатында ҡатнашырға ла
хоҡуҡ алды. Декабрҙә үтәсәк һайлауҙарға
900 ҡатын-ҡыҙ үҙ кандидатураһын ҡуйҙы.
Шуларҙың
береһе- Фәүзиә әл-Хәрби:
“Беҙ
һуңғы 10 йыл инде ошо мөмкинлекте
көттөк,-ти Фәүзиә әл -Хәрби.-10 йыл буйы
ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ илдең сәйәси һәм социаль
ҡарарҙарын ҡабул итеү эшендә ҡатнашырға
ынтылды. Ишек асылыу менән, ҡарарҙар
ҡабул итеү эшендә ҡатнашыу хоҡуғынан
файҙаланырға булдым.”
Әлбиттә,
Фәүзиә әл-Хәрби тәү сиратта Әйүм Фахад
һымаҡ ҡатын-ҡыҙҙар тауыш биреүенә өмөт
бағлай.
“Элек
ир-ат менән аралашыу ауыр ине, хәҙер, ҡатын-ҡыҙҙар пәйҙә булғас, мин үтенестәрем
хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләй аласаҡмын,”-ти
һайлаусы ҡатын.
Йөҙҙәрен
асыу рөхсәт ителмәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың
һәм ир-аттың шанстарын тигеҙләү өсөн,
ирҙәргә лә һайлау алды плакаттарында
фотоларын баҫтырыу тыйылды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий